Бөгөн «2-се Башҡорт лицейы»нда «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022» акцияһы уҙғарылды.
Белем биреү акцияһы «Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы» девизы аҫтында үтте.
Диктант маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, грамоталылыҡ проблемаларын йәмәғәтселек иғтибарына йәлеп итеү, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, грамоталылыҡты күтәреү һәм дәртләндереү булып тора.
Халыҡ-ара диктанта 270 кеше ҡатнашты. Барыһы 9 майҙансыҡ булды. Лицейыбыҙҙың ата-әсәләре, өләсәйҙәре, олатайҙары, 4-8 кластар уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҙур активлыҡ күрһәтте.
Сарала күренекле, билдәле ҡунаҡтар ҙа саҡырылды. Ленин районы мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Көнһылыу Әхмәт ҡыҙы Аширова, журналист, “Юлдаш” радиоһының алып барыусыһы Ленария Ямалетдинова, Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының "Сәләм" тапшырыуының хәбәрсеһе Розалия Ҡунысбаева туған телен ни кимәлдә белеүҙәрен тикшереп ҡараны.
23.04.2022
1024