Өфө коммуналь хеҙмәттәре автпаркы яңы коммуналь техника менән тулыланды

22 апрелдә Өфөлә ҡаланы йыйыштырыуҙы тәьмин итеүсе хеҙмәттәргә сираттағы яңы коммуналь техника тапшырылды.

22 апрелдә Өфөлә ҡаланы йыйыштырыуҙы тәьмин итеүсе хеҙмәттәргә сираттағы яңы коммуналь техника тапшырылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл башында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә муниципалитеттар өсөн өҫтәмә ҡар таҙартыу техникаһы һатып алырға ҡушҡайны.

Яңы машиналарҙың асҡыстарын баш ҡала Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев тапшырҙы.

- Кисә «Амкадор»ҙан 11 техниканың тәүге партияһын алдыҡ, ә бөгөн төндә был техника килде. Улар бик үҙенсәлекле, йыл дауамында файҙаланыу мөмкинлеге бар. Йәйен юлдарҙы йыуасаҡ, газондарҙы хеҙмәтләндерәсәк, ҡышын – юлдарҙы ҡарҙан таҙартасаҡ, реагенттарҙы һибәсәк, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡаланы таҙа тотасаҡ. Тәү сиратта республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа коммуналь техника һатып алыу, транспорт инфраструктураһын үҫтереү һәм, әлбиттә, социаль объекттар төҙөү йәһәтенән ҡалаға күрһәткән баһалап бөткөһөҙ ярҙамы өсөн рәхмәт әйтәһе килә. Уның иғтибарынан тыш, был машиналарҙы муниципалитет көсө менән генә һатып алып булмаҫ ине, - тине Ратмир Мәүлиев. - Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә, төҙөкләндереү буйынса хеҙмәт етәкселәренә, район башлыҡтарына мөрәжәғәт итәһем килә: хәҙер техника етмәй тип, әйтеп булмаясаҡ. Урамдарыбыҙҙы яңы техника ярҙамында сифатлы таҙартырға кәрәк, был иһә ҡала халҡының ялыуҙарын кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Һатып алынған һигеҙ берәмек ҡатнаш юл техникаһы ҡала урам-юл селтәрен тәртиптә тотоу өсөн тәғәйенләнгән: яҙғы-йәйге осорҙа – урамдарҙы йыуыу, юлдарҙан һәм тротуарҙарҙан саң һәм бысраҡты сығарыу өсөн, ә ҡышҡыһын машиналар урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу һәм боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар таратыу өсөн аҫмалы ҡорамалдар менән файҙаланыла. Кабиналарҙа электрон планшеттар ҡуйылған, улар ярҙамында өйөм мөйөшөн яйға һалыу һәм материалдарҙың иҫәбен көйләргә мөмкин.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA