Әкиәт – халыҡ ижадының киң таралған жанры. Ололар ҙа, кеселәр ҙә әкиәт тыңларға әүәҫ. Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай…, тигән һүҙҙәр беҙҙе тылсымлы әкиәт донъяһына алып инеп китә.
Орджоникидзе районының 86-сы гимназияһы менән 102-се башҡорт балалар баҡсаһында ун өсөнсө тапҡыр «Һаумы, һаумы, әкиәт!» әкиәт һөйләүселәр конкурсы булып үтте. Конкурстың маҡсаты: халыҡ әкиәттәре аша йәш быуында мәҙәни һәм матди булмаған мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, һәләтле балаларҙы асыҡлау, халыҡ әкиәттәрен сәхнәләштереү, халыҡ ижадының иң таралған төрө – әкиәттәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Конкурста төрлө номинациялар ҡаралғайны: әкиәтте яңғыҙ һөйләү, сәхнәләштереү, ғаилә менән һөйләү, мультфильм төшөрөү, йәш әкиәт ижад итеүселәр конкурсы һәм һүрәттәр конкурсы. Бәйгелә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашты. Улар тырышып әҙерләнгәндәр, костюдар, музыка һайлағандар. Әкиәтте яңғыҙ һөйләүселәр номинацияһында 48-се башҡорт лицейы уҡыусыһы Хәсәнова Сабина менән 102-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәнеүсеһе Такаева Аделина танылды. Әкиәтте сәхнәләштереү буйынса 36-сы мәктәп һәм 102-се башҡорт балалар баҡсаһы алға сыҡты. Ғаилә менән сығыш яһаусылар араһында Хәсәновтар, Ҡыуандыҡовтар ғаиләләре урын яуланы. 1-се, 2-се урын яулап, ҡала этабына сыҡҡан уҡыусыларға, ғаиләләргә алдағы сығыштарында уңыштар теләйбеҙ.