20.04.2022
1255
Уның эшендә Калинин районы прокуроры урынбаҫары А.М.Бикмеев, хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге, граждандарҙы яҡлау идаралығы вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырышта районда үтәсәк Еңеү байрамы, Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, дини байрамдар - Ураҙа һәм Пасха байрамдарына әҙерләнеү, уны тейешле кимәлдә үткәреү, ваҡытында хоҡуҡ тәртибен һәм граждандарҙың именлеген тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде, шулай уҡ белем биреү учреждениеләрендә, мәҙәни усаҡтарҙа, дөйөм халыҡ күмәк ял иткән урындарҙа именлек ҡағиҙәләрен һаҡлау бурысы ҡуйылды.