Ратмир Мәүлиев муниципаль предприятиелар эшмәкәрлеге менән танышыуын дауам итә

6 апрелдә Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев «Горзеленхоз» муниципаль бюджет учреждениеһында булды.

6 апрелдә Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев «Горзеленхоз» муниципаль бюджет учреждениеһында булды.

Бөгөн бында 560 самаһы кеше эшләй. Хеҙмәткәрҙәр дөйөм майҙаны 449,96 гектарлыҡ 96 үҙәк ҡала объекттарын, 25 фонтанды, 56 һәйкәлде, 21 767 гектар ҡала урмандарын, 60 гектарлы урман питомнигын хеҙмәтләндерә.

Учреждениеның эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре - йәшел хужалыҡ объекттарын тәртиптә тотоу, ремонт-төҙөлөш һәм йәшелләндереү эштәре. Шулай уҡ бында ағас һәм металл эшкәртеү, мебель эшләү һәм тегеү цехтары, баҡса үҙәктәре, оранжерея һәм башҡалар уңышлы эшләй.

Ратмир Мәүлиев учреждение биләмәһен ҡарап сыҡты, уның базаһы, йәшел үҫентеләрҙе тәрбиәләүҙең төп процестары менән танышты.

- Предприятиеның нигеҙе, матди-техник базаһы яҡшы, етештереү майҙансыҡтары, ағас эше цехтары, шулай уҡ ремонт эштәре өсөн биналары бар. Ул ҡаланы төҙөкләндереүгә, яңы йәмәғәт киңлектәрен булдырыуҙа ҡатнашыу йәһәтенә күберәк иғтибар бирһен ине. Был һәр ваҡыт сығымлы түгел, ҡайһы берҙә булған ресурстарҙы ла файҙаланырға мөмкин, - тине ҡала хакимиәте башлығы.  

Шулай уҡ быйыл «Өфө муйынсағы» туристик маршруттын төҙөкләндереү эштәрен башлау күҙаллана, тип билдәләне ул. «Горзеленхоз»ға ошо биләмәне биҙәйәсәк төрлө ял итеү зоналарын, архитектура формаларын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашырға йөкләмә бирелде.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA