25.03.2022
1000
Унда "Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре " тураһындағы Закондың торлаҡ-коммуналь, һаулыҡ һаҡлау һәм сауҙа хеҙмәтләндереү өлкәләрендәге үтәлеше тикшерелде.
Ултырышта шулай уҡ киң йәмәғәтселекте Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрендәге яҙмаларҙың, алтаҡталарҙың дөрөҫ һәм зауыҡлы биҙәлешен тәьмин итеү буйынса ойошторолған акцияның һөҙөмтәләре бәйән ителде.
Ултырышты район хакимиәте комиссияһының рәйес урынбаҫары Әлфиә Әхәт ҡыҙы Ҡаһарманова алып барҙы.