Мәҙәниәт өлкәһенең тынғыһыҙ эшсәндәре булараҡ, һеҙ кешеләргә сәнғәт донъяһы менән аралашыуҙа шатлыҡлы минуттар бүләк итәһегеҙ, халҡыбыҙҙың күркәм, матур йолаларын һаҡлап, уларҙы артабан ижади үҫтерәһегеҙ, тормошобоҙға яҡшы кәйеф һәм байрам төҫө бирәһегеҙ.
Халыҡты тормош мәшәҡәттәренән арындырып, уларҙың күңеленә рухи орлоҡ һәм өмөт һалыу йәһәтенән һеҙҙең тырышлыҡ оло баһаға лайыҡ.
Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә һөнәрҙәренә тоғро булғандары өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Артабан да шулай уңышлы эшләүегеҙҙе теләйем!
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы ҡаҙаныштар һәм ижади үрҙәр юлдаш булһын!
С.П Кожевников
Калинин районы хакимиәте башлығы