Быйылғы сара Рәсәй халыҡтары мәҙәни мираҫ йылына арналып, «Ғүмер ҡыҫҡа – үткәрмә бушҡа» темаһы аҫтында үтте.
Һайлап алыу этабында «Етегән+1» (Р. Бикбаев исемендәге «102-се башҡорт гимназияһы»), «Искәндәр бабай» (И.И. Рыбалко исемендәге «113-сө мәктәп») командалары ҡатнашты.
Ярымфинал йомғаҡтары буйынса «Етегән+1» (Р. Бикбаев исемендәге «102-се башҡорт гимназияһы»), «Искәндәр бабай» (И.И. Рыбалко исемендәге «113-сө мәктәп») командалары финалға үттеләр.
Финалда уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр араһында 2-се урынды «Искәндәр бабай» (И.И. Рыбалко исемендәге «113-сө мәктәп») командаһы алды.
«Иң берҙәм команда» номинацияһына «Етегән+1» командаһы (Р. Бикбаев исемендәге «102-се башҡорт гимназияһы») лайыҡ булды.
«Шаяниум-2022» тапҡырҙар һәм отҡорҙар уйынынында ҡатнашыусы командаларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!