Бөгөн – Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль- Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип иғлан итә. Был көндө Совет районының бөтә белем биреү ойошмаларында Туған телдәр көнөнә арналған саралар үтә. Уҡыусылар ҙур теләк менән викторина, китап уҡыусылар конференцияһында, инша, мәҡәл, һүрәт һәм оҫта шиғыр һөйләүселәр конкурсында, туған телгә арналған флешмобта ҡатнаша. Мәктәптәрҙә радиолинейка, музыкаль тәнәфестәр ойошторолдо. Тел һөйөүсе уҡыусыларыбыҙ асыҡ дәрес һәм класс сәғәттәренән донъялағы иң ҡәҙерле – беренсе һөйләшә башлаған әсә теле, милләтебеҙ, халҡыбыҙ хаҡында бай мәғлүмәт алды.
Халыҡ-ара туған тел көнөндә һәр бер бала барлыҡ телдәр тигеҙ тип танылыуын, уларҙың һәр ҡайһыһы кеше яҙмышы өсөн яуап биреүен, тел һаҡсылары булыуын аңлап, йөрәк түренә һалып ҡуйҙы.
21.02.2022
1454