1994 -1998 йылдарҙа Валерий Павлович Башҡортостан Республикаһының Премьер-министрының беренсе урынбаҫары булып эшләй. Ә инде 1998 йылдан һуң ғүмеренең аҙаҡҡы көнөнә тиклем моторҙар эшләү берекмәһе менән етәкселек итә. Хеҙмәт юлының утыҙҙан ашыу йылын ул тыуған предприятиеһының үҫеше, уның киләсәге бағышлай. Иң ауыр йылдарҙа ла Валерий Павлович берекмә менән оҫта идара итә, уның тирәләй тырыш, эшсән коллектив туплай һәм яңынан-яңы ҡаҙаныштарға ирешә. Парламентарий булараҡ та ул барыһына ла яҡшы таныш. Валерий Лесунов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлана, унда бюджет, һалым һәм финанс, милек буйынса комитет рәйесе була. Валерий Павлович бер нисә тапҡыр орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина төҙөүсеһе" тигән исемгә лайыҡ була. Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы булараҡ та байтаҡ эштәр башҡара. Ул 1999 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы менеджеры, ә 2001 йылда иң яҡшы директор тип табыла, Рәсәйҙең иң яҡшы 100 менеджеры исемлегенә инә, Өфө ҡалаһы предприятие һәм ойошмаларының директорҙар Советын етәкләй. Валерий Павлович иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент, Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире, бик күп фәнни хеҙмәттәр авторы.Тәжрибәле белгес булараҡ, ул юғары белем биреү тармағына ҙур өлөш индерә, спортты һөйөүсе булараҡ, сәләмәт йәшәүҙе пропагандалауға тос өлөш индерә. Валерий Павлович Лесунов 2004 йылдың 18 декабрендә мәрхүм була. Ул Өфө ҡалаһында ерләнә.
07.02.2022
1355