31 ғинуарҙан ҡала поликлиникалары яңы график менән эшләй башланы. Киҫкен респиратор вируслы ауырыуҙарҙыҡына оҡшаш билдәләр менән ауырыуҙарҙы врачтар сәғәт 07:30 -ҙан до 22:00 -гә тиклем ҡабул итә башлай. Һәр бер учреждениела температура менән булған пациенттар өсөн айырым инеү урыны бар. Фильтр-бокстарҙа ҡабул итеү сәғәт 07:30 -ҙан 21.00-гә тиклем дауам итә.
Октябрь районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре йәмғиәт хәүефһеҙлеге үҙәгендә эшләүселәр менән берлектә пациенттар менән аңлатыу эштәре алып бара - социаль дистанцияны һәм битлек режимын күҙәтергә, сират булдырмаҫҡа саҡыралар.
Хөрмәтле өфөлөләр! Әгәр ҙә үҙегеҙҙе насар тояһығыҙ, тән температураһы юғары, өшөп ҡалтыранаһығыҙ икән 122 телефонына йәиһә үҙ поликлиникағыҙҙың регистратураһына шылтыратығыҙ.
Ҡулығыҙҙы йыуып һәм эшкәртеп йөрөгөҙ!Битегеҙгә ҡул менән ҡағылмағыҙ!Халыҡ күп йыйылған урындарҙа булмаҫҡа тырышығыҙ!