Рәсәй студенттары көнө менән

Йыл һайын 25 ғинуар Рәсәй студеттары көнө билдәләнә. Байрам РФ Президенты указы менән 2005 йылда ҡабул ителә.

2007 йылдың 24 октябрендә федераль закон ҡабул ителә, уның нигеҙендә Рәсәй студенттары көнө илдең иҫтәлекле даталары рәтенә инә. Байрамдың килеп сығыуы Мәскәү университеты менән тығыҙ бәйләнгән.  1755 йылда батшабикә Елизавета граф Иван Шувалов менән Михаил Ломоносовтың теләктәрен хуплап, “Мәскәү университетын ойоштороу” тураһында указға ҡул ҡуя. Был указ граф Шуваловтың әсәһе Татьянаның тыуған көнөнә ҙур бүләк була.  1791 йылда изге Татьяна хаҡына Мәскәү университеты изгеләштерелә. Ошо ваҡыттан алып Татьяна студенттарҙың ҡурсалаусыһына әүерелә. 1918 йылда сиркәү ябыла һәм ул клубҡа әйләнә. 1958 йылдан алып 1994 йылға тиклем бина Мәскәү дәүләт университетының студент театры вазифаһын үтәй. 1995 йылдың ғинуарында был бина сиркәү ҡарамағына тапшырыла. Мәскәү дәүләт университетының был йорто әлеге мәлдә федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ обьекты булып һанала.

Студенттарҙы байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, уҡыуҙарында уңыштар һәм алға ҡуйған маҡсаттарының бойомға ашырыуҙарын теләйбеҙ. Рәсәй студенттары көнө менән!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA