Өфөлә Эшсе хәбәрселәр урамы участкаһын төҙөкләндереү дауам итә

Эштәрҙе 2022 йылдың 4-се кварталында тамамлау күҙаллана.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың баш ҡалаһында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектына ингән ҙур күләмдәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Уларҙың береһе Академик Ураҡсин урамынан алып Степан Кувыкин урамына тиклем Эшсе хәбәрселәр урамы участкаһында реконструкциялау. Проектты 2021 йылдың йәйендә тормошҡа ашыра башланылар һәм 2022 йылдың 4-се кварталында тамамлау күҙаллана.

Реконструкция барышында оҙонлоғо 752 метр булған дүрт һыҙатлы автомобиль юлын һалыу, «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, газ, электр, һыу тәьминәте, йылылыҡ селтәрҙәрен үҙгәртеп ҡороу, шулай уҡ ямғыр канализацияһын төҙөү ҡаралған. Бынан тыш, тротуарҙар, велосипед юлдары, йәмәғәт транспорты туҡталыштары төҙөләсәк. Шулай уҡ тышҡы яҡтыртыуҙы яңыртыу ҡаралған. Дөйөм оҙонлоғо 332 метрлыҡ терәк стеналар төҙөү ҡаралған.

Заказсы вәкиле хәбәр итеүенсә, объектта төҙөлөш-монтаж эштәре көн һайын алдан раҫланған графикка ярашлы алып барыла. 2022 йылдың 17 ғинуарына ҡарата ер эштәре (60%), ямғыр канализацияһы (30%) һәм бетон стенаһы (20%) башҡарыла.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA