«Ҡарлы өмә» акцияһы сиктәрендә Өфөнән 16 мең кубометрҙан ашыу ҡар сығарылған

Таҙартылған биләмәләрҙең майҙаны 10 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итте.

Әгәр Өфө халҡы бөгөн өмәгә күңел ҡушыуы буйынса, аңлы рәүештә һәм ярҙам итеү теләге менән сыҡһа, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе хеҙмәткәрҙәре - бурысы буйынса. Улар көн һайын тәүлек әйләнәһенә урамдарҙы, юлдарҙы һәм ихаталарҙы йыйыштыра.

Дөйөм алғанда, иртә менән торлаҡ хужалығы идаралыҡтары һәм баш ҡала райондарын төҙөкләндереү буйынса хеҙмәттәр муниципаль бюджет учреждениелары хеҙмәткәрҙәре «ҡара өмә»гә сыҡты. Бөтәһе 847 берәмек техника йәлеп ителде.

Дөйөм тырышлыҡ менән ҡар иретеү пунктына һәм полигондарға 16 мең кубометрҙан ашыу ҡар сығарылған, 950-нән ашыу рейс яһалған. Таҙартылған биләмәләрҙең майҙаны 10 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итте.

- Ошо ҡатмарлы һауа шарттарында беҙгә ярҙам иткән кешеләргә ҙур рәхмәт. Ярҙам ысынлап та һиҙелерлек булды. Бөтәһе лә ҡалабыҙ мәнфәғәте өсөн бергәләп эшләне, - тип рәхмәт һүҙҙәрен әйтте өфөләргә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA