Яңы урамды булдырыу Өфө районының картуфлыҡ яланында бара. Ул 1940 йылда ике ҡапма-ҡаршы тороусы йортто (был йорттар бөгөнгө Беренсе Май урамы 38 һәм 40 һанлы) төҙөүҙән башлана. Урамдың үрге Көнбайыш яғы Сталин проспекты тип атала һәм был биләмәлә күп итеп типик "сталинкалар" төҙөлә башлай.Әлеге көндә улар быуаттың милли мираҫы булып һанала.
Ҡалала беренсе тапҡыр һигеҙ ҡатлы ике парлы йорт файҙаланыуға тапшырыла һәм ул күптәр өсөн көтөлмәгәнлек була. Уны ҡарарға, бейек йортҡа һоҡланырға тип төрлө яҡтарҙан киләләр. Хатта ошо өйҙөң иң өҫкө ҡатында йәшәүселәрҙән халыҡ көнләшеп тә ҡуя. Күптәрен "ҡурҡыныс түгел микән", "баштары әйләнмәй микән" тигән һорауҙар борсой. Шулай уҡ ҡала халҡын ошо ике бейек йортта тәүгеләрҙән булып урынлаштырған лифттар ҙа ҡыҙыҡһындырған. Һигеҙ ҡатлы йорт – Черниковка биҫтәһенең иң үҙенсәлекле үҙәктәренең береһе.
Ун дүрт йорттан торған бәләкәй генә Черниковка ауылынан Өфө ҡалаһының яңы сәнәғәт районы үҫеп сыға. 1938 йылда ул рәсми рәүештә Сталин тип атала. Черниковканың төп урамы - Беренсе Май урамы, элекке Сталин урамы. Черниковка Өфө ҡалаһына ҡайтарылғас, уның сиктәре ҡабаттан ҡарала һәм ҡалала быға тиклем Сталин урамы (хәҙерге Коммунистик) булғас урам икенсе исем менән йөрөтөлә башлай.
14.01.2022
1242