Сарала балалар төрлө әкиәт геройҙары менән рәхәтләнеп уйнаны, ике командаға бүленеп отҡорлоҡта, тапҡырлыҡта үҙ-ара көс һынашты. “Кар бабай” һәм “Ҡар бөртөктәре” тип исемләнгән команда спортсылары хоккей сәкәндәре, туп, ракеткалар менән ярышҡандан һуң ижади бәйгегә күсте. Бында улар яңы йыл, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу тураһында йырҙар йырланы, үҙ-ара флешмоб ойошторҙо , рәхәтләнеп күңел асты. Һөҙөмтәлә, ярыш йомғаҡтары буйынса дуҫлыҡ еңә.
Байрам һуңында балалар күмәкләшеп фотоға төштө һәм иҫтәлеккә “Пожарный патруль” журналын алды.
10.01.2022
1203