Ҡала хеҙмәттәре ҡала юлдарында тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторҙо

Бөгөн көндөҙ 246 берәмек техника һәм 581 юл эшсеһе линияға сыҡҡан.

Һауа шарттарының боҙолоуы сәбәпле ҡала коммуналь хеҙмәттәре баш ҡала юлдарында тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторҙо. Бөгөн көндөҙ 246 берәмек техника һәм 581 юл эшсеһе линияға сыҡҡан.

Әлеге ваҡытта ҡаланың үҙәк урамдарын, йәмәғәт транспорты туҡталыштарын, тротуарҙарҙы, күперҙәрҙе һәм юл үткәргестәрҙе таҙартыу буйынса эштәр алып барыла. Шулай уҡ ҡаланың алыҫ райондарында ла ҡар таҙартыу техникаһы эшләй.

Өфө ихаталарын шулай уҡ ҡарҙан таҙартыу эштәре әүҙем алып барыла. Был эштәрҙә Өфө ҡалаһы Торлаҡ хужалығы идаралығының 635 эшсеһе һәм 148 берәмек техникаһы йәлеп ителгән. Уларға идара компанияларының административ-идара итеү персоналының 1320 кешеһе ярҙамға ҡушылды.

Баш ҡала хеҙмәттәре автомобилселәрҙе тиҙлек режимын һәм арауыҡты һаҡларға, юлда киҫкен манёвр яһамаҫҡа саҡыра. Йәйәүлеләргә лә иғтибарлы һәм һаҡ булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә өндәй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө Хакимиәтенең рәсми сайтында ҡаланың коммуналь техникаһы эшенең интерактив картаһы бар. Әлеге сервис техниканың эшен реаль ваҡыт режимында күрһәтә, шулай уҡ һуңғы 12 сәғәт эсендә транспорт саралары хәрәкәте тарихын күрергә мөмкинлек бирә.

Шулай уҡ сайтта ҡаланы ҡарҙан таҙартыу буйынса «Өфө ҡарлы» интерактив картаһы бар. Уға һылтанма муниципалитет сайтының төп битендә «Карталар» бүлегендә урынлаштырылған. Шулай уҡ ихата биләмәләрендә,  таҙартылмай ҡалған юлдарҙа ғаризалар ҡалдырырға була.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA