Сергей Греков граждандар менән онлайн форматта осрашыу үткәрҙе

7 декабрҙә Өфө Хакимиәте башлығы Сергей Греков видеоконференция режимында шәхси һорауҙар буйынса граждандар менән осрашыу үткәрҙе.

7 декабрҙә Өфө Хакимиәте башлығы Сергей Греков видеоконференция режимында шәхси һорауҙар буйынса граждандар менән осрашыу үткәрҙе. Унда шулай уҡ район хакимиәте башлыҡтары һәм структур бүлексәләр етәкселәре ҡатнашты.

Онлайн-осрашыу барышында ауыл халҡы юлдарҙы һәм ихаталарҙы ремонтлау, етемдәргә һәм инвалидтарға торлаҡ биреү, социаль объекттар төҙөү тураһында һорауҙар бирҙе. Баш ҡала хакимиәте башлығы мөрәжәғәт итеүселәргә уларҙың һорауҙары буйыса аңлатмалар бирҙе, мөрәжәғәттәрҙең барыһын да контролгә алырға һәм уларҙың хәл ителешен күҙәтеп барырға ҡушты.

Мәҫәлән, «Кузнецов затоны» биҫтәһендә йәшәүсе Анастасия Зубцованы балалар баҡсаһы төҙөлөшө һәм уға путевка алыу мәсьәләһе борсой. Сергей Греков билдәләүенсә, бөгөн биҫтәлә 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Уны 2022 йылдың икенсе кварталында тапшырыу күҙаллана.

Бынан тыш, Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов әйтеүенсә, әлеге мәлдә 4-се балалар баҡсаһына (Октябрь революцияһы урамы, 13) урынлаштырыу, артабан «Кузнецов затоны» биҫтәһендәге яңы балалар баҡсаһына күсереү мөмкинлеге бар. Шулай уҡ йәш сабыйҙар өсөн мәктәпкәсә белем биреү буйынса хеҙмәттәрҙе 35-се, 144-се, 22-се, 170-се балалар баҡсаларында ҡыҫҡа ваҡытҡа булыу төркөмдәрендә алырға мөмкин.

Баланово ҡасабаһында йәшәүсе Ольга Кирилловичева балаларға мәктәп автобусын билдәләү мөмкинлеген ҡарауҙы һораны. Уның мөрәжәғәтенә Дим районы хакимиәте башлығы Айҙар Бәҙғетдинов был мәсьәләнең республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы менән әҙерләнеүен, өҫтәмә рәүештә мәктәп автобусы бүленеүен хәбәр итте. Бөгөнгө көндә уны муниципалитетҡа тапшырыу буйынса документтар әҙерләнә. Автобус йыл аҙағына тиклем мәктәп ҡарамағына индерелә һәм ҡышҡы каникулдарҙан һуң линияға сыға.

Шулай уҡ осрашыу барышында Транспорт урамының 44-се йорто буйынса өлкән Анастасия Соколова үҙҙәренең ихатаһын төҙөкләндереү программаһына индереүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

- Беҙ халыҡ менән бар кәрәкле документтарҙы йыйҙыҡ. Ихатабыҙҙы 2022 йылғы программаға индереүҙе һорайбыҙ, - тине ул. 

Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Кожевников, ихатаны программаға индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде, әлеге ваҡытта проект-смета документацияһы әҙерләнә, тип яуаплап.

Шуны билдәләп үтәйек, ҡала халҡы үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар, тәҡдимдәр, башланғыстар менән хакимиәткә мөрәжәғәт итә, яҙма мөрәжәғәт йәки уны сайт аша рәсмиләштерә ала.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA