Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола. Ошо уңайҙан Совет районы белем биреү учреждениеларында ла 7 декабрҙән 14 декабргә тиклем күп саралар үтә. Мәктәп радиоһы һәм телевидениеһы аша башҡорт әкиәттәре, видеороликтар, цитаталар, презентациялар, проекттар трансляцияһы ҡаралған. Был көндәрҙә уҡыусыларға башҡорт теле дәрестәрен алып барыу мөмкинлеге лә тыуасаҡ. Шулай уҡ башҡорт көйҙәренән торған «музыкаль тәнәфестәр», төрлө интеллектуаль уйындар, конкурстар, викториналар, әҙәбиәт һәм фольклор сәғәттәре, әҙәби флешмобтар ойошторола.
Балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр өсөн башҡорт халыҡ уйындарына, байрамдарына арналған тематик дәрестәр, һүрәттәр конкурсы, флешмобтар үткәрелә.
Был көн айҡанлы ойошторолған саралар Совет районының белем биреү учрежденияларының социаль селтәрҙәрендә урын аласаҡ.