Был йәрминкә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы эшкә урынлашыу кимәлен арттырыу, уларҙың проблемаларына иғтибар итеү һәм хоҡуҡтарын яҡлау маҡсаты менән үткәрелә. Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре, компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш, шулай уҡ һөнәри белем биреү һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса бушлай консультациялар үткәреләсәк.
Сара сәғәт 10.00 башлана.
Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең адресы: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1. б.
Өҫтәлмә мәғлүмәтте 251-51-55 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнашҡан эш биреүселәрҙең һорауы буйынса 251-51-75 телефонына мөрәжәғәт итергә.
БР ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының
матбуғат хеҙмәте.
26.11.2021
1073