Дуҫлыҡ монументы эргәһендә ер аҫты үткәүеле асылды

24 ноябрҙә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә йәйәүлеләр үткәүелен асыу тантанаһы үтте.

24 ноябрҙә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә йәйәүлеләр үткәүелен асыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, уның урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов, Өфө Хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡатнашты.

Объект Ағиҙел йылғаһы ярын төҙөкләндереү сиктәрендә «Дортрансстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан төҙөлгән. Уның оҙонлоғо 110 метр, киңлеге - 5 метр, бейеклеге - 2,33 метр. Үткәүел видеокүҙәтеү камералары, хәрәкәт датчиктары, яҡтыртҡыстар менән йыһазландырылған. Аҙ хәрәкәт иткән граждандар өсөн айырым подъезд бар. Бында төп тоннелдән тыш, техник һәм ярҙамсы биналар: һыу үлсәмле узел, йыйыштырыу инвентары бүлмәһе, насос һәм электр щиттары урынлашҡан. Үткәүелдән сыҡҡанда яр буйы яғынан быяла ҡоймалар йыһазландырылған.

Андрей Назаров һүҙҙәренсә, был урында транспорт күп йөрөй, шуға күрә ер аҫты үткәүеле бик кәрәкле ине.    

- Ер аҫты үткәүеле ҡала өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Беренсенән, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн юл аша сығыу хәүефһеҙ буласаҡ, икенсенән, үткәүел юлға йөкләмәне кәметә. Йәйәүлеләр өсөн дә, автоһәүәҫкәрҙәр өсөн дә берҙәй уңайлы, – тине Премьер-министр.

Өфө Хакимиәтенең Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау идаралығы етәксеһе Константин Паппе хәбәр итеүенсә, төҙөлөш асыҡ ысул менән башҡарылды – тәүҙә Сочи урамының бер яртыһы ябылды, ә был участкала эштәр тамамланғандан һуң - икенсе яртыһы. Инженерлыҡ коммуникацияларын сығарыу, 324 свай ҡуйыу буйынса эштәр башҡарылды. Бынан тыш, монолит эштәре башҡарылды, баҫҡыстар, ямғыр канализацияһы ҡоролды.

Йәйәүлеләр үткәүелен төҙөү 2019 йылда башланырға һәм 2020 йылда тамамланырға тейеш ине. Әммә һуңлап файҙаланыуға тапшырылды. Андрей Назаров аңлатыуынса, уның сәбәптәре шунда – Дуҫлыҡ монументы эргәһендә «Өфө-II ҡаласығы» ҡомартҡыһы урынлашҡан. Һәм унда археологик тикшеренеүҙәр үткәреү сәбәпле тоннелде ярты йылға һуңлап төҙөй башланылар.

Шулай уҡ бөгөн «Дуҫлыҡ монументы» йәмәғәт транспорты туҡталышы янында светофорҙар һүндерелде, улар яҡын арала һүтеләсәк. Йәйәүлеләр өсөн ер аҫты үткәүеле менән файҙаланыу кәрәклеге тураһында махсус табличкалар ҡуйылған.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA