Калинин районының 22- се спорт мәктәбен БДУ, БДПУ, ӨДНТУ һәм шулай уҡ Өфө ҡалаһының күптармаҡлы колледжы спортсылары “Кикбоксинг” төрө буйынса яҡланы.
Башҡортостан, Татарстан, Удмурт, Кабардин-Балҡар республикаларынан, Амур һәм Ырымбур өлкәләренән килгән спортсылар “Кикбоксинг”тың өс төрө буйынса ярышты.
Шуныһы ҡыуаныслы- 22 се спорт мәктәбенән Юнир Әхмәтйәнов, Даниел Хәлиуллин, Ярослав Любцев, Снежана Моратова, Дмитрий Иванов, Аделина Әхмәтйәнова, Радмила Торба алтын миҙал яуланы. Уларҙы кикбоксинг буйынса юғары категориялы тренер Марина Анатольевна Арсентьева әҙерләгән.
Еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
17.11.2021
1271