Калинин районында халыҡ иҫәбен алыу тамамлана

Калинин районында халыҡ иҫәбен алыу эшенә 363 кеше йәлеп ителгән.

Калинин районында халыҡ иҫәбен алыу тамамлана

Эш ябай түгел: иҫәп алыусы билдәле йорттарға инергә, иҫәп алыу эшенең тәртибен белергә, кәрәкле документтарҙы дөрөҫ тултырырға һәм мобиль ҡороллма-планшет менән ҡуллана белергә һәм ябай халыҡ менән ихлас аралаша белергә тейеш. Иҫәп алыусы махсус шарфта, жилетта булырға һәм үҙе менән мотлаҡ документ менән портфель алып йөрөргә тейеш. COVID-19 сирен таратыуға юл ҡуймаҫ һәм халыҡтың именлеген һаҡлау өсөн ул мотлаҡ рәүештә шәхси һаҡланыу сараларын үтәргә бурыслы. Калинин районының бөтә халыҡ иҫәбен алыусылары ПЦР анализын тапшырған, уларҙың барыһы ла һау-сәләмәт. Халыҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәрҙә "Минең документтарым" порталы аша теркәү үтә ала. Халыҡ иҫәбен алыу ваҡыты 14 ноябргә тиклем оҙайтылған.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA