1 ноябрҙән 7 ноябргә тиклем коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививканы медицина ойошмаларында ғына түгел, ә мобиль вакцинация пункттарында ла яһатырға була.
Вакцинация пункттары «Карусель»,«Окей»,«Планета» һәм «Башкирия» сауҙа үҙәктәрендә махсус график буйынса эшләй.
Вакцинация пункттары санитар нормаларға ярашлы ойошторолған. Врачтың ҡабул итеү бүлмәһе, прививка яһау һәм унан һуң күҙәтеү өсөн махсус бүлмәләр булдырылған.
Алдан яҙылырға кәрәкмәй, үҙегеҙ менән паспорт, полис һәм СНИЛС алырға онотмағыҙ. Вакцинацияны маскала һәм социаль дистанция һаҡлап үтеү мотлаҡ.
Үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ!.
07.11.2021
1429