Өфөлә ирекмәндәр штабы үҙ эшен дауам итә

Өфөнөң ирекмәндәре үҙизоляцияла булған һәм хроник ауырыуҙарҙан яфаланған 65 йәштән өлкән кешеләргә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәләр.

Өфөнөң ирекмәндәре үҙизоляцияла булған һәм хроник ауырыуҙарҙан яфаланған 65 йәштән өлкән кешеләргә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар алып килеүҙә, күсмә вакцинацияны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәләр. Ирекмәндәрҙең мобиль төркөмдәре көн һайын эшләй.

Ғаризалар 8-800-201-89-03, (347) 223-22-11 телефондары буйынса ҡабул ителә.

Мөрәжәғәттәр «Беҙҙең хәстәрлек» колл-үҙәгенең ҡыҙыу бәйләнешенә килә, һуңынан ҡала штабында эшкәртелә һәм ирекмәндәргә тапшырыла. Шунан һуң ирекмәндәр ғариза биреүсе менән бәйләнешкә инә, заказды аныҡлай һәм күрһәтелгән адрес буйынса кәрәк-яраҡты килтерә.

Өфөнөң Ирекмәндәр ассоциацияһы волонтер булырға теләүселәрҙе, шул иҫәптән шәхси авто менән булғандарҙы ошо мөһим йәмәғәт эшмәкәрлегенә ҡушылырға саҡыра. Ғаризаларҙы (347) 279-06-56 телефоны буйынса ҡалдырырға йәки гугл-форманы тултырырға мөмкин: https://forms.gle/TCCKke2HEHLvJYbJA.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA