Ошо көндәрҙә янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы яҡлау идаралығы менән берлектә 33-сө, 34-се баҡса биләмәләрендә рейдттар үткәрҙе.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса,тәүге һалҡындар төшөү менән электр приборҙары менән файҙаланған ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү сәбәпле, янғын һәм үлем осраҡтарының йышайыуы күҙәтелә.
Профилактик рейд барышында хужалар менән янғынды иҫкәртеү буйынса әңгәмә үткәрелде, аңлатмалы ҡағыҙҙар таратылды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, янғын хәуефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү үҙеңдең һәм яҡындарыңдың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
18.10.2021
863