Салауат Юлаев проспектындағы тоннелдә яҡтыртыу системаһын монтажлау эштәре тамамланды

Бында бөтәһе 1735 м кабель һалынды, 204 яҡтыртҡыс, заманса идара итеү ҡулайламаһы ҡуйылды.

Салауат Юлаев проспектындағы тоннелдә яҡтыртыу системаһын монтажлау эштәре тамамланды. Бында бөтәһе 1735 м кабель һалынды, 204 яҡтыртҡыс, заманса идара итеү ҡулайламаһы ҡуйылды. Юл тығындырын булдырмау маҡсатында эштәр башлыса төндә алып барылды.

Әткәндәй, объекттың етерлек кимәлдә яҡтыртылмауы сәбәпле өфөләр йыш ҡына ризаһыҙлыҡ белдерә ине. Өҫтәүенә, быға тиклемге системаның  иҫкереүе арҡылы, янғын сығыу осраҡтары ла булғыланы.

Әлеге ваҡытта объектта идара итеү системаһын көйләү эштәре алып барыла. Аҙна аҙағына яңы яҡтыртыу системаһы тулыһынса эшләй башларға, ә иҫке яҡтыртҡыстар һүтеп алынырға тейеш.

Һөҙөмтәлә юл-транспорт фажиғәһе кәмер, транспорт ағымы артыр, ә инде яҡтыртҡыс диодлы технология һәм идара итеү системаһы тоннелдең инеү һәм сығыу зоналарындағы яҡтылыҡты контролдә тотоуҙы яҡшыртырға мөмкинлек бирер   тип көтөлә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA