Өфөләрҙең «Йылы Өфө” колл-үҙәгенә мөрәжәғәттәре ныҡлы контролдә

Ошо көндәрҙә Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин ҡаланың төнъяҡ өлөшөндә йәшәүсе халыҡтың заявкалары буйынса эштәр үтәлешен тикшерҙе.  

Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалығы эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса көҙгө-ҡышҡы осорға ойошторолған оператив штабы ҡала халҡының  йорттарға йылылыҡ бүлеү буйынса мөрәжәғәттәре үтәлешен тейешле  контролдә тота. Ошо көндәрҙә Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин ҡаланың төнъяҡ өлөшөндә йәшәүсе халыҡтың заявкалары буйынса эштәр үтәлешен тикшерҙе.  

Билдәле булыуынса, ҡаланың оператив штабы эшмәкәрлеге сиктәрендә барлыҡҡа килтерелгән колл-үҙәк үҙ эшен 22 сентябрҙә башлағайны. Колл-үҙәк белгестәре район хакимиәттәре, ресурс менән тәьмин итеү, идарасы ойошмалар менән тығыҙ бәйләнеш тота. Бөгөнгө көнгә ҡабул ителгән 7,5 меңдән ашыу шылтыратыуҙың күбеһе йорттарға йылылыҡ бүлеү мәсьәләләренә ҡайтып ҡала.

Мәҫәлән, Вологодская урамының 81–се йортонда йәшәүселәр фатирҙарҙа йылылыҡ батареяларының норма күрһәткестәренә ярашлы йылынып етмәүенә  зарланғайны. Тикшереү барышында йортҡа йылылыҡ бүлеү эшендә етешһеҙлектәр асыҡланды,  тейешле акттар төҙөлдө. Марат Ғәйфуллиндың  әйтеүенсә, төп сәбәп - идарасы  компанияның ресурс менән тәьмин итеү ойошмаһы  менән килешеп эшләмәүендә. Әлеге ваҡытта идарасы компания был мәсьәлә менән ентекле шөғөлләнә. Ул тиҙ арала эште атҡарып сығырға, йылылыҡ бүлеү параметрҙарын көйләргә бурыслы.

- Һәр бер йортҡа йылылыҡ бүлеүҙең берҙәм техник регламенты, шулай уҡ һәр йорттоң йылытыу системаһы параметрҙары картаһы булырға тейеш, - тип билдәләне Марат Ғәйфуллин һәм хеҙмәткәрҙәргә документация әҙерләп, уны тәртипкә килтереү буйынса айырым эш ҡушты.

Урындарҙа халыҡтың заявкалары үтәлешен тикшереүҙәр муниципалитет вәкилдәре тарафынан даими алып барыласаҡ.

Оперштаб ҡарамағындағы колл-үҙәккә шылтыратыуҙар 8 (347) 277-09-11 номеры буйынса тәүлек әйләнәһенә, ялһыҙ, ҡабул ителә.

Йорттарға йылылыҡ бүлеү мәсьәләләре буйынса ҡала халҡы тағы

-ресурс менән тәьмин итеү ойошмаларына:

- 8-800-511-30-15 номеры буйынса (күп каналлы телефондың эш графигы түбәндәгесә: дүшәмбе – йома 8.30 сәғәттән 17.30 сәғәткә тиклем, шәмбе 9.00  сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем) «БашРТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә;

- 8-800-250-52-80 номеры буйынса (күп каналлы телефондың эш графигы түбәндәгесә: дүшәмбе – йома 8.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем, шәмбе һәм ял көнө – ял итә) Өфө инженер селтәрҙәренә;

- 8-800-775-7761 номеры буйынса (күп каналлы телефондың эш графигы түбәндәгесә: дүшәмбе – йома 08.30 сәғәттән 17.30 сәғәткә тиклем, йома көнө 08.30 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, шәмбе һәм ял көнө – ял итә) берҙәм иҫәп-касса үҙәгенә;

- Идарасы ойошмаға йәки торлаҡ милекселәре ширҡәтенә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү өсөн квитанцияларҙа һәм күп фатирлы йорттарҙағы мәғлүмәт стендтарында күрһәтелгән диспетчер хеҙмәттәре телефондары буйынса мөрәжәғәт итә ала.

Бынан тыш, тейешле заявканы “Йылы Өфө” сервисы ярҙамында ҡала хакимиәте сайтының махсус интерактив карталар бүлегендә ла  ҡалдырырға мөмкин: https://ufacity.info/teplaya-ufa. Был заякалар ҙа, колл-үҙәккә шылтыратыуҙар кеүек, контролгә алына.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA