Проект 10-11 йәшлек үҫмерҙәр өсөн иҫәпләнгән. Ойоштороусылар –китапхана һәм ҡаланың 51-се белем биреү мәктәбе. Уның маҡсаты: финанс фекерләүен үҫтереү, ғаиләлә финанс өлкәһендә тәртип булдырыу. Белем алыу оҫталыҡтарын камиллаштырыу өсөн аҡса һәм тәжрибә ҡулланыла, ә бының өсөн иң ябай мөнәсәбәттәр булдырыу һәм мәсьәләләрҙе хәл итеү ҡаралған.
Проект сиктәрендә 9 осрашыу үткәреләсәк. Уның һуңында һәр кемгә исемле сертификат тапшырыласаҡ.
Беренсе осрашыуҙа ата-әсәләр һәм балалар анкета һорауҙарына яуап бирҙе һәм уның буйынса финанс белеме кимәле тикшерелде. Аҙаҡ ошо анкета яуаптары нигеҙендә яңы белем алыуға ҡыҙыҡһыныу уятылды.
Беренсе дәрес «Аҡса тураһында» тигән темаға бағышланды. Балалар аҡсаның килеп сығыу тарихы, үҫеш этаптары, хәҙерге торошо хаҡында аралашты. Осрашыу ваҡытында алған белемдәрен нығытыу өсөн улар викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Һәр кемгә өйгә эш итеп финанс кроссворды бирелде.
32-се модель китапханаһы сайтында (32.ufa-lid.ru) «Балалар финанс конструкторы» тигән бүлек бар. Унда бөтә курс буйынса дәрес материалдары һәм өйгә эш урынлаштырылған. Ошо видеоматериалдарҙы үҙаллы үҙләштергән һәр кем, курс үтеү тураһындағы Сертификатҡа эйә була ала.
30.09.2021
1042