“Беренсе май” ял һәм мәҙәниәт паркы үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне

15 сентябрь Калинин районының иң матур, заманса төҙөкләндерелгән парктарының береһе “Беренсе май” ял һәм мәҙәниәт паркы үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын үткәрҙе.

Байрам менән район халҡын Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡотланы. Киске ялын күңелле һәм мауыҡтырғыс итеп үткәрергә паркка ун меңгә яҡын кеше йыйылды. Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл тапты.

Балалар өсөн аниматор эшләне. Ул кескәйҙәр менән төрлө уйындар уйнаны, викторина үткәрҙе. Өлкәндәргә бер нисә урында бай концерт программаһы әҙерләнде. Калинин районының ижади коллективтары, йәштәр төркөмдәре байрамда ҡатнашыусыларға матур сығыштар тәҡдим итте. Райондың ҡул оҫталарының күргәҙмәһендә бисерҙан, кейеҙҙән, туҙҙан, таштан эшләнгән әйберҙәрҙе һатып алырға мҡмкин булды. Шулай уҡ ретро машиналар һәм рәссамдарҙың күргәҙмәһе халыҡтың күңеленә хуш килде..

Матур кисәнең хедлайнеры булып популяр йырсы, Черниковка биҫтәһендә тыуып үҫкән Радик Юлъякшин (Элвин Грей) сығыш яһаны. Ул үҙенең ижадташ дуҫтары менән халыҡҡа иң популяр йырҙарын бүләк ите.

Байрам матур салют менән тамамланды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA