Өфөлә ҡала биләмәләрен таҙартыу буйынса өмәлә 59 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

11 сентябрҙә ҡаланы санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү айлығы һәм «Йәшел Рәсәй» экологик акцияһы сиктәрендә Өфөлә дөйөм ҡала өмәләре үтте. Экологик сараларҙа 59 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, 736 махсус техника йәлеп ителде.

Өмәлә ҡатнашыусылар урамдарҙа, ихаталарҙа, парктарҙа сүп-сар йыйҙылар. Коммуналь хеҙмәттәр туҡталыш павильондарын, бәләкәй архитектура формаларын, юл ҡоймаларын таҙарттылар, сүп-сар сығарҙылар. Сәнәғәт һәм сауҙа предприятиелары хеҙмәткәрҙәре яҡын-тирә биләмәләрҙе тейешле хәлгә килтерҙеләр.

Өмә һөҙөмтәләре буйынса ҡала биләмәләренән 3 мең кубометрҙан артыҡ сүп-сар сығарылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, киләһе экологик сара 25 сентябрҙә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә уҙасаҡ. Ул көндө ҡалала ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA