Өфө халҡын «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашырға саҡыралар

17 сентябрҙән 19 сентябргә тиклем илебеҙҙә һайлауҙар уҙа. Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, урындағы үҙидаралыҡ органдарына депутаттар һайлаясаҡтар.

Өфө халҡын «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашырға саҡыралар

17 сентябрҙән 19 сентябргә тиклем илебеҙҙә һайлауҙар уҙа. Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарына депутаттар һайлаясаҡтар.

Өфө эшҡыуарҙары союзы тарафынан был көндәрҙә «Рәхмәт» акцияһы үткәреләсәк. Ҡала халҡы 17, 18 йәки 19 сентябрҙә тауыш биреп, үҙ һайлау участкаһында «Рәхмәт» акцияһының махсус беләҙектәрен алырға мөмкин. Ошо беләҙектәр ярҙамында ташламалы хаҡ менән тауарҙар алырға, хеҙмәттәрҙән файҙаланырға була. Өфөлә беләҙектәр билдәле бер ваҡытта таратыласаҡ: 17 сетябрҙә – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем, 18 һәм 19 сентябрҙә – иртәнге 8-ҙән сәғәт 2-гә тиклем.

Акция сиктәрендә ташламалар биргән ойошмалар исемлегенә автосервис, шиномонтаж, автомойка, матурлыҡ салондары, кафе, ресторандар, аҙыҡ-түлек, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары кибеттәре, фитнес-клубтар, кинотеатрҙар, театрҙар, музейҙар, планетарий, батут парктары, балалар өсөн ял үҙәктәре, медицина үҙәктәре, стоматология, дарыухана һәм оптика, сәскә салондары, фотосалондар инде.

Акция партнерҙарының тулы исемлеге менән акция сайтында танышырға мөмкин.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA