Өфөнөң Совет майҙанында яңы фонтан эшләй башланы

1 сентябрҙә баш ҡаланың Совет майҙанында төрлө төҫтәр менән балҡыған музыкаль фонтан асылды.  Өфөләргә фонтанды асыр алдынан театрлаштырылған тамаша тәҡдим ителде.

1 сентябрҙә баш ҡаланың Совет майҙанында төрлө төҫтәр менән балҡыған музыкаль фонтан асылды.  Өфөләргә фонтанды асыр алдынан театрлаштырылған тамаша тәҡдим ителде.

Совет майҙаны үткән йылдың йәйендә төҙөкләндерелә башлағайны. Төҙөүселәр биләмәне 6 метрға киңәйтте, үҫеп ултырған 30 йүкәне һаҡлап ҡалырға хәл ителде, һуңынан уларҙы йәш үҫентеләр менән алмаштырыу күҙаллана.

Шулай уҡ бында юл япмаһы тулыһынса яңыртылған, ҡойма ямғыр канализацияһы урынлаштырылған, тротуарҙар киңәйтелгән, тышҡы яҡтыртыу системаһы, үҙенсәлекле формалы эскәмйәләр ҡуйылған. Өфөләр үҙҙәре һайлаған: декоратив саған, миләш, сирень ҡыуаҡтары һәм башҡа ағастар ултыртылған.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында һәм  Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе алдында скверҙар барлыҡҡа килде. Унан тыш, Совет майҙанында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.

Ял көндәрендә Пушкин урамынан Октябрь революцияһы урамына тиклемге участкала транспорт хәрәкәтен сикләү планлаштырыла. Шулай итеп, Совет майҙаны һәм уның янындағы биләмә йәйәүлеләр зонаһы булыуы ихтимал.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA