Рәсәй Геройы Анатолий Сафронов 78-се мәктәп уҡыусыларын Белем көнө менән ҡотланы

Белем көнөндә Калинин районының бөтә белем биреү учреждениеләрендә лә беренсе һәм туғыҙынсы, ун беренсе синыф уҡыусылары өсөн байрам тантаналары үтте

Рәсәй Геройы Анатолий Сафронов 78-се мәктәп уҡыусыларын Белем көнө менән ҡотланы

Рәсәй Геройы, Рәсәй Президентының Көнъяҡ федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Анатолий Александрович Сафронов 78-се мәктәп уҡыусыларын Белем көнө менән тәбрикләне.

Байрам тантанаһында Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Петрович Кожевников, ҡунаҡтар ҡатнашты.

- Хөрмәтле беренсе синыф уҡыусылары, бөгөн һеҙ беренсе тапҡыр парта артына ултырасаҡһығыҙ, уҡытыусығыҙ менән танышасаҡһығыҙ, дуҫтар табасаҡһығыҙ. Иң мөһиме - ата-әсәләрҙе, ололарҙы хөрмәт итегеҙ, яҡшы уҡырға һәм илдең лайыҡлы кешеләре булырға тырышығыҙ, тине Анатолий Сафронов.

Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Кожевников беренселәргә бөгөндән үк маҡсат ҡуйырға һәм уға ынтылырға саҡырҙы. Кадет класы уҡыусылары ҡунаҡтарға байрам концерты күрһәтте, шиғырҙар уҡыны. Күп тә үтмәй барыһын да белем усағына саҡырып, беренсе ҡыңғырау яңғыраны.

Аҡ юл һеҙгә, хөрмәтле уҡыусылар!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA