Өфөлә IX «Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы тамамланды

Өфө амфитеатрында баш ҡалала бер нисә көн дауамында барған IX «Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы тамамланды.

Өфө амфитеатрында баш ҡалала бер нисә көн дауамында барған IX «Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы тамамланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге сараны йыл һайын «Мәғариф» милли проектына ингән «Йәш профессионалдар» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрәләр.

Милли беренселек финалында Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов, «Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (ВорлдСкиллс Рәсәй)» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың генераль директоры Роберт Уразов һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

– Был бик ябай булмаған көндәр булды, – тине Радий Хәбиров. – Уның ҡарауы, һеҙҙең арала еңелгән кеше юҡ. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә профессионалдар. Һөнәри оҫталығығыҙ өсөн беҙ һеҙгә ҙур хөрмәт менән ҡарайбыҙ, һоҡланабыҙ.

Сара барышында 105 компетенция буйынса чемпионт еңеүселәрен ҡотланылар, алдынғыларға миҙалдар тапшырҙылар. Ғөмүмән команда зачеты һөҙөмтәләре буйынса беренселектең абсолют чемпионы тип Мәскәү командаһы танылды. Медаль зачеты һөҙөмтәләре буйынса Татарстан Республикаһы беренсе урынды алды. Икенсе урынды Башҡортостан Республикаһы һәм Санкт-Петербург командалары бүлде. Өсөнсө урынды Мәскәү өлкәһе алды.

Ябыу тантанаһы «Дабро» төркөмө сығышы һәм салют менән тамамланды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA