Комсомол урамында ихата байрамы уҙҙы

Комсомол урамында йәшәүселәр «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса эштәр тамамланыуҙы күңелле сара менән билдәләне. Яңырған ихаталағы байрам барыһының да күңеленә хуш килде.

 

Комсомол урамында йәшәүселәр «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса эштәр тамамланыуҙы күңелле сара менән билдәләне. Яңырған ихаталағы байрам барыһының да күңеленә хуш килде.
 

Ихатала иркен тротуарҙар һәм киң парковкалар менән менән бер рәттән ял зонаһы ла барлыҡҡа килде. Бында балалар һәм ололар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйылды. Үҙенсәлекле арт-объекттар ихатаға айырым йәм өҫтәне.

 Сараның йөкмәткеһе бай булды. Ҡыҙыҡлы уйындар, тамашалар, йәрминкә, тренингтар береһен дә битараф ҡалдырманы. Күршеләрҙең йәнле аралашыуы ҡараңғы кискә тиклем дауам итте, күңелле йырҙар яңғыраны, ысын күңелдән һөйләшеү тәмле табын артында ла барҙы - хуш еҫле былау барыһына ла оҡшаны.

Тап шундай байрамдар күршеләрҙе берләштерә, бергәләп ҡатмарлы хәлдәрҙән сығырға, яңы изге башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға көс бирә.

 - Беҙ дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ, килеп тыуған һорауҙарҙы бергәләп хәл итергә тырышабыҙ. Яңы уйын һәм спорт майҙансығы ҡуйылыуына шул тиклем ҡыуандыҡ. Иң мөһиме- улар хәүефһеҙ, резина япмалы, балаларға бик оҡшай, - тип фекерҙәре менән бүлешә Светлана Зайруллина.

 Әйткәндәй, быйыл «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә Октябрь районында М.Жуков урамының  2/3, 2/4, 2/5, 2/6, 2/7, 2/8, 2/9 , Өфө йылғаһы яр буйы урамының 1/1, 1/2, 3/2  һәм Рәсәй урамының  43/3, 43/4, 43/5, 43/6, 43/7, 43/10, 45/3 һанлы ихаталары яңырҙы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA