Ҡаланың Калинин районында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте

Быйылғы педагогия хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе райондың 58-се мәктәбендә уҙҙы һәм ул белем биреү системаһында мәктәп уҡыусыларын социаль мөхиткә яраҡлаштырыу, баланы шәхес булараҡ тәрбиәләүҙә белем биреү учреждениеләренең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тигән мәсьәләгә арналды.

Кәңәшмә эшендә Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Кожевников, Өфө дәүләт нефть-техник университеты ректоры Олег Баулин, депутаттар ҡатнашты.
Кәңәшмә барышында райондың мәғариф булеге начальнигы Светлана Мостафина доклад менән сығыш яһаны. Ул 2020-2021 уҡыу йылына йомғаҡ яһаны һәм берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләрен билдәләп үтте. Быйыл ул 58-се, 68-се, 118-се,157-се мәктәптә ойошторолдо.
Калинин районында берҙәм дәүләт имтиханын быйыл 613 сығарылыш уҡыусыһы тапшырған. Улар араһында өс уҡыусы география, физика, информатика фәндәре буйынса иң юғары -100 балл йыйған. Мәғариф идаралығы начальнигы әйтеүе буйынса быйыл юғары балл йыйыусылар һаны бермә-бер артҡан. 2020 йылда улар – 322 булһа, 2021 йылда – 394. Шуныһы ҡыуаныслы, быйыл 109 уҡыусы "Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән.
Белем биреүҙә күрһәткән ҙур ҡаҙаныштары өсөн бер төркөм уҡытыусылар Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA