Милли һәм региональ проекттар мәғариф өлкәһен үҫтерә

Өфө ҡалаһының мәғариф өлкәһе федераль һәм региональ милли проекттарын тормошҡа ашырыу ярҙамында комплекслы үҫешә.

Милли һәм региональ проекттар мәғариф өлкәһен үҫтерә

Өфө ҡалаһының мәғариф өлкәһе федераль һәм региональ милли проекттарын тормошҡа ашырыу ярҙамында комплекслы үҫешә.

«Һәр баланың уңышы» проектына ярашлы, баш ҡаланың өҫтәмә белем биреү учреждениеларында социаль-гуманитар, тәбиғи-фәнни, техник йүнәлештәр буйынса 300 яңы урын булдырылған. Заманса интерактив ҡорамалдар һәм йыһаз һатып алынған.

«Һанлы белем биреү мөхите» проекты сиктәрендә 162-се полилингваль мәктәптә «IT-Куб» тип аталған һанлы белем үҙәге төҙөлгән. Был - республикалағы балалар IT-һөнәрҙәрҙең нигеҙҙәрен өйрәнгән беренсе үҙәк.

Ике проект та «Мәғариф» милли проектына инә. Ул Өфөлә белем биреү системаһын үҫтереүҙә маҡсатлы йүнәлеш булып тора.

Республикала тормошҡа ашырылған проекттарға килгәндә, «Юғарыға ос!» тип аталғанын айырым атап китер кәрәктер. Уның төп бурысы – өлкән класс уҡыусыларын оло тормошҡа ныҡлы әҙерләү. Был проект төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала, араларында «Сәләмәт йылмайыу» тигән модуль дә бар. Ул бөтә ҙур мәктәптәрҙә лә стоматология кабинеттары булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Быйыл ҡала бюджетынан өс белем усағында ошондай кабинеттар асыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға, булғандарын йүнәтеүгә аҡса бүленгән. 2019 йылда атҡарыла башлаған проект 10 теш кабинеты асыуға булышлыҡ иткән.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA