Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан Башҡортостанда йәшәүселәрҙең нимә теләгәнен асыҡларға ҡушты

Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан республика халҡың нимә теләгәнен асыҡларға ҡушты.

«Шуныһы мөһим: Өфөнөң 450 йыллығына пландарыбыҙ бар. Ләкин өфөләр менән кәңәш ҡормағанбыҙ, — тине Радий Хәбиров. — Шуға, Александр Геннадьевич, был эш бик сәйәси, Өфө менән берлектә механизмдарҙы яҡшылап уйлағыҙ: беҙгә өфөләрҙең нимә теләгәнен аңларға, уларҙың фекерен иғтибар менән тыңларға кәрәк».

Уның әйтеүенсә, сара дөйөм республика кимәлендә ойошторола, юбилейға тиклем ҡалған өс йыл эсендә өфөләрҙе, шулай уҡ республика халҡын әҙерлек эшенә йәлеп итеү мөһим.

«Өфөнөң 450 йыллығы — яңы объект төҙөү генә түгел. Элекке хроник ауырыуҙарҙы дауаларға тырышырға: ҡайҙалыр юл һалырға, ҡайҙалыр ихаталарҙы төҙөкләндерергә кәрәк. Бик ҙур комплекслы эш, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе, барлыҡ федераль һәм республика учреждениелары менән даими эш алып барыу зарур. Өфөлә башҡарырға тейешле саралар исемлеге ҙур».

Радий Хәбиров проект офисын булдырырға һәм даими, аҙнаһына бер йәки ике тапҡыр ойоштороу комитеты ултырышын уҙғарырға ҡушты.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA