Башҡортостан Республикаһында “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы аҙағына яҡынлаша.

Был мәрхәмәтлелек акцияһы быйыл 11 тапҡыр уҙғарыла. Уның маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү

Башҡортостан Республикаһында “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы аҙағына яҡынлаша.

Мәктәп кәрәк – яраҡтары "Ғаилә" район-ара үҙәктәрендә һәм уларҙың ҡала-райондарҙағы бүлексәләрендә ойошторола. Үҙәктәрҙең адресын һылтанма буйынса табыра мөмкин www.семьярб.рф

Канцелярия тауарҙары, яҙыу-һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, нәфис әҙәбиәт - яңы йәки торошо яҡшы булырға тейеш.

Ярҙам БР Хеҙмәт министрлығы ҡарамағындағы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү учреждениеләренда иҫәптә торған ғаиләләргә йүнәлтелә. Акция барышында яҡынса ун мең  ғаиләгә ярҙам күрһәтеләсәк.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA