Алдағы ял көндәрендә Өфөлә бал йәрминкәләре үтәсәк

14 һәм 15 августа Өфөлә бал йәрминкәләре үтәсәк.

Алдағы ял көндәрендә Өфөлә бал йәрминкәләре үтәсәк

14 һәм 15 августа Өфөлә бал йәрминкәләре түбәндәге майҙансыҡтарҙа уҙасаҡ:

14 август:

- Киров районында Рабкоров урамы, 3, 5 һәм 7 адресы буйынса урынлашҡан йорттар янындағы майҙанда;

- Октябрь районында Р. Зорге урамы, 41 адресы буйынса Спорт һарайы эргәһендәге майҙанда;

- Совет районында Иван Якутов исемендәге парк биләмәһендә.  

15 август:

- Киров районында Рабкоров урамы, 3, 5 һәм 7 адресы буйынса урынлашҡан йорттар янындағы майҙанда;

- Совет районында Иван Якутов исемендәге парк биләмәһендә.

Йәрминкәлә Ҡатнашыу өсөн республиканың бал һәм ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре саҡырыла.

Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-дан киске сәғәт 4-кә тиклем уҙғарыласаҡ.  


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA