Октябрь районында «Башҡорт ихаталары»ның сифатын тикшерҙеләр

Баш ҡаланың Октябрь районында «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса биш ихата яңыртыла.

Төрлө кимәлдәге депутаттар, Октябрь районы Хакимиәте вәкилдәре, торлаҡ милекселәре ремонт эштәре барышын тикшерҙе. Улар Рәсәй урамының 43/6, 43/7 һәм  43/10 урамдарында булды. 

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, проектта торлаҡ милекселәренең шәхсән яуаплылығы мөһим.

Өфөнөң Октябрь районында был программала 14 йорт ҡатнаша. Барлыҡ эштәр күп фатирлы йорттар биналары милекселәре ҡарарына ярашлы алып барыла һәм 1 сентябргә тамамланырға тейеш.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA