14.07.2021
1357
Төрлө кимәлдәге депутаттар, Октябрь районы Хакимиәте вәкилдәре, торлаҡ милекселәре ремонт эштәре барышын тикшерҙе. Улар Рәсәй урамының 43/6, 43/7 һәм 43/10 урамдарында булды.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, проектта торлаҡ милекселәренең шәхсән яуаплылығы мөһим.
Өфөнөң Октябрь районында был программала 14 йорт ҡатнаша. Барлыҡ эштәр күп фатирлы йорттар биналары милекселәре ҡарарына ярашлы алып барыла һәм 1 сентябргә тамамланырға тейеш.