«Рус витяздары» пилотаж төркөмө Өфө амфитеатрында VI Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһына старт бирҙе. Пилоттар баш ҡалаға махсус был сараға килделәр.
Су-30СМ менән Су-35 истребителдәре күктә төрлө алымдар эшләне. Пилотаж төркөменең сығышы фольклориаданы ябыу уңайынан һәм шулай уҡ УМПО-ның 80 йыллығына арналған ине.
«Рус витяздары» донъяла «ауыр истребитель» класслы самолеттарҙа юғары пилотаж фигураларын башҡарыусы берҙән-бер команда. Сарала башҡарылған төрлө ҡатмарлы элементтар тамашасыларҙы һоҡландырҙы.
Билдәләп үтергә кәрәк, истребителдәр ОДК-УМПО етештереү двигателдәре менән йыһазландырылған.