07.07.2021
1452
Балаларға байрамдың килеп сығыу тарихы, ғаиләне ҡурсалаусы изгеләр - Петр һәм Феврония тураһында мәғлүмәт бирелде. Байрамда сабыйҙар ғаилә тураһында шиғырҙар уҡыны, йырҙар йырланы, төрлө уйындар уйнаны. Аҙаҡ барыһы ла дөйөм майҙансыҡтағы асфальтҡа ғаилә байрамының символы булған аҡ сәскәне (ромашканы) аҡбурҙар менән төшөрҙө. Балалар баҡсаһы янына ултыртылған сәскәләрҙе тәрбиәләү эше лә көн һайын дауам итә. Сабыйҙар түтәлдәргә һыу һибә, сүптәрен йолҡа.