Балалар баҡсаһында "Ғаилә көнө"

107-се һанлы балалар баҡсаһында "Ғаилә көнө" тип аталған байрам үткәрелде. Уға әҙерлек бер нисә көн  дауам итте. 

Балаларға байрамдың килеп сығыу тарихы, ғаиләне ҡурсалаусы изгеләр - Петр һәм Феврония тураһында мәғлүмәт бирелде. Байрамда сабыйҙар ғаилә тураһында шиғырҙар уҡыны, йырҙар йырланы, төрлө уйындар уйнаны. Аҙаҡ барыһы ла дөйөм майҙансыҡтағы асфальтҡа ғаилә байрамының символы булған аҡ сәскәне (ромашканы) аҡбурҙар менән төшөрҙө. Балалар баҡсаһы янына ултыртылған сәскәләрҙе тәрбиәләү эше лә көн һайын дауам итә. Сабыйҙар түтәлдәргә һыу һибә, сүптәрен йолҡа.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA