Бөтә Донъя Фольклориадаһы сиктәрендә Беренсе Май ял һәм мәҙәниәт паркында фан-зона ойошторолдо.

Был көндө Калинин районы халҡы алдында Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының рус йырҙарын башҡарыусы "Зори Агидели" халыҡ ансамбле сығыш яһаны.

Улар башҡарыуында «Трава, моя трава», «Ивушки», «Ой, сад во дворе» һәм башҡа рус халыҡ йырҙары яңғыраны. Саранан һуң махсус урынлаштырылған ҙур экранда үҙәк майҙанда барған саралар күрһәтелде. Теләүселәр өсөн халыҡ ҡул оҫталарының күргәҙмәһе ойошторолдо. Беренсе май ял һәм мәҙәниәт паркында Фольклориада -2021 арналған фан-зона алдағы көндәрҙә лә үҙ эшен дауам итәсәк.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA