Өфөлә «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә

Өфөлә «Башҡорт ихаталары» тигән ишек алды биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. 2021 йылда 78 күп фатирлы йортто берләштергән 17 ихата төҙөкләндереләсәк.

Өфөлә «Башҡорт ихаталары» тигән ишек алды биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. 2021 йылда 78 күп фатирлы йортто берләштергән 17 ихата төҙөкләндереләсәк.

Барлыҡ проекттар ҙа финанс яҡтан һәм техник мөмкинлектәр сиктәрендә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең теләктәрен иҫәбкә алынып яраштырылған. Бөгөнгө көндә республика баш ҡалаһында бөтә объекттарҙа ла эштәр бара.

Шулай итеп, Орджоникидзе районында «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса ике ишек алды яңырталар. Шуларҙың береһе Азатлыҡ урамы, 51, 51/1, 53 һәм Димитров урамы, 242 адресы буйынса урынлашҡан дүрт йорт яны биләмәһе. Бында балалар майҙансығын, йыһаздар урынлаштырыла. Ут бағаналары күсерелгән. Юлдарға яңы асфальт йәйелгән.

Икенсе ихата Невский, 35, 35/1, 37, 37/1, Азатлыҡ, 27, 27/1 һәм Кулибин тыҡрығы, 4 урамдары буйынса ете йорт биләмәһен үҙ эсенә ала.  Бында яңы бордюрҙар монтажланған, юлдарҙы киңәйтеү өсөн эштәр башҡарылған. Шулай уҡ ут бағаналарын күсереү башҡарыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мотлаҡ эштәр исемлегенә түбәндәгеләр инә: асфальт ҡатламын төҙөкләндереү, яңы парковка урындарын, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, контейнер майҙансығын, мәғлүмәт стендын, тышҡы яҡтыртыуҙы, видеокүҙәтеү, бәләкәй архитектура формалары урынлаштырыу, йәшелләндереү.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA