Яңылыҡтарҙың уртаһында булырға теләйһеңме? Матбуғатҡа яҙыл!

16 июндә Октябрь районы хакимиәте бинаһында матбуғатҡа яҙылыусылар көнө үтәсәк.

Яңылыҡтарҙың уртаһында булырға теләйһеңме? Матбуғатҡа яҙыл!

Был көндө теләгән һәр кеше 2021 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙыла ала. «Рәсәй почтаһы» һәм редакциялар хеҙмәткәрҙәре  льготалы хаҡтар буйынса гәзит һәм журналдарға яҙҙырасаҡтар.

Шулай уҡ ҡалала һәм республикала нәшер ителгән башҡорт һәм рус телдәрендәге гәзит-журналдары күргәҙмәһе буласаҡ.

Баҫмаларға үҙҙәре яҙылыуҙан тыш, туған-тыумаса һәм ветерандарға ла бүләк яһарға була.

Ҡала һәм республика тормошонан ситтә ҡалмағыҙ,гәзит-журналдарға яҙылығыҙ!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA