Хөрмәтле Калинин районы халҡы һәм ҡунаҡтары!

12 июнь беҙ төп дәүләт байрамдарының береһе - Рәсәй көнөн билдәләйбеҙ. Рәсәй - беҙҙең оло Ватаныбыҙ!

Хөрмәтле Калинин районы халҡы һәм ҡунаҡтары!

Меңәрләгән милләттәрҙе, халыҡтарҙы берләштергән был байрам илдең татыулыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ символы булып тора. 1990 йылда ҡабул ителгән Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация Рәсәйҙе социаль-иҡтисади именлеккә йүнәлтеүҙең үҫеш юлдарын билдәләне. Был йылдар эсендә ил ғәйәт ҙур юл үтте һәм бөгөнгө Рәсәй барса һынауҙарҙы лайыҡлы үткән, халыҡ-ара аренала үҙ позицияһын ныҡлы булдырған көслө дәүләт булып тора. Ватаныбыҙ яҙмышы, илһөйәрлек һәм гражданлыҡ позицияларының күп быуатлыҡ традициялары киләсәктә лә беҙҙең илебеҙ халыҡтарын берләштереп торасаҡ, иң ҙур һәм әһәмиәтле маҡсаттарға ирешергә ярҙам итәсәк. Халыҡтың рухи hәм әхлаҡи ҡиммәттәре киңәйә, кешеләрҙең иртәгәhе көнгә ышанысы арта. Был көндө барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм именлек теләйем! Тыуған илебеҙ күге һәр ваҡыт аяҙ, яҡты булһын! Рәсәй көнө менән!

Калинин районы хакимиәте башлығы

Сергей Кожевников.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA